Участие села 1-е Иткулово в ППМИ -2019

815 0

Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай.
Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай тигән боронғолар. 1-се Этҡол ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеген булдырмау өсөн “Аныҡ эштәр” проектына бүленгән финанс ярҙамға янғын һүндереү ҡоролмалары, булған комплеты менән ике мотопомпа һәм ике бензобысҡы һатып алынды. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда ла ут һәм янғын һөҙөмтәһендә аруҡ ҡына зыян күрелә, күпмелер кеше ғүмере өҙөлә. Ауыл биләмәһенең янғын хәүефһеҙлеген һаҡлап, ауыл халҡы тарафына Урындағы башланғысты яҡлау проектының 2019 йылғы йыйылышында ла өс проект тәҡдим ителеп, ауылға пожар хәүефһеҙлегенә ярҙамға 4 тонналыҡ тағылма алыу проекты еңеп сыҡты. Йыйылышта Баймаҡ районы биләмәһенән Хисматуллин Динар Рәфҡәт улы ҡатнашлыҡ итте һәм һорауҙарға яуап бирҙе. Халыҡтың әүҙем һәм ауылыбыҙға битараф булмауы беҙгә тағында дәрт өҫтәй һәм ҡыуандыра.
Ауыл хакимиәте.