«Донъя ҡото — ҡатын -ҡыҙ»

1364 0

,

11 декабрь, Беренсе Этҡол ауыл мәҙәниәт йортонда «Ғаилә йылы»н йомғаҡлап «Донъя ҡото — ҡатын -ҡыҙ» кисә үтте. Быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса «Өлгөлө ғаилә» , «Өлгөлө йорт» номинацияһында еңеүсе ғаиләләрҙе, «Спорт өлкәһендә иң ҙур ҡаҙанышҡа өлгәшеүселәрҙе» , «Ауылдың иң әүҙем һәм эшләп йөрөүсе ҡатын — ҡыҙҙарҙы» — маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр менән ауыл хакимиәте башлығы Гөлнур Йыһаннур ҡыҙы Азаматова тәбрикләне. Бөгөнгө көндә ойошмаларҙа эшләп йөрөгән һәм ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ҡатындарға район Советы депутаты Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы Байрамғолова үҙенең бүләктәрен тапшырҙы..Артабан байрамдың икенсе өлөшөндә , Ғәҙелбай һәм 1-се Этҡол ауылының уңған , зирәк , отҡор ҡатын -ҡыҙҙары «Йәгеҙ әле , ҡатын -ҡыҙҙар» уйынында ҡатнаштылар. Уйын бик күңелле һәм үҙенсәлекле булды . Ҡатын- ҡыҙҙар тарафынан әҙерләнгән аш -һыу ризыҡтарынан һәм ҡул эштәренән бай күргәҙмә ойошторолдо. Байрамдан барыһы ла күтәренке кәйеф менән таралышты.