«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе бүлексәһе ағзаларының йыйылышы

1107 0

14-се ноябрь сәғ.15.00-дә 1-се Этҡол ауылы дөйөм белем биреү урта мәктәбендә 1-се Этҡол ауыл хакимиәте «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе бүлексәһе ағзаларының сираттағы йыйылышы үтте.Унда ауыл хакимиәте белгестәре,ойошмалар етәкселәре ,фирҡә ағзалары һәм фирҡәғә инергә теләүселәр ҡатнашты.Йыйылышта район башлығы урынбаҫары Динар Рәфҡәт улы Хисмәтуллин ҡатнашлыҡ итте.Йыйылышта үткән йылға йомғаҡтар һәм киләһе йылға аныҡ бурыстар билдәләнде.»Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе тарафынан ҡабул ителгән «Аныҡ эштәр» йүнәлеше буйынса эшләнгән эштәргә тулы анализ-отчет бирелде. Шулай уҡ фирҡә составына яңы ағзалар ҡабул ителде.Бер төркөм алдынғы ҡарашлы фирҡә ағзаларына рәхмәт хаттары тапшырылды.

«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаһы Арсен Байымов.