1 октябрь — халыҡ ара ололар көнө

1299 0

1 октябрь — халыҡ ара ололар көнө 1-се Этҡол ауыл биләмәһенә ҡараған Этҡол,Ғәҙелбай, Шүлкә ауылдарында юғары кимәлдә үтте. Ололарҙы тәбрикләгәндән һүң, әүҙем ҡатнашыусыларға Баймаҡ калаһы Советы депутаты Байрамғолова Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы тарафынан әҙерләнгән бүләктәр һәм ауыл хәкимиәтенең ҡотлау хаттары тапшырылды. ”Аҡ –тирәк күк тирәк” уйыны менән дуам итеп өлкәндәргә бай йөкмәткеле концерт номерҙары күрһәтелде, сәй табыны ойошторолдо. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәге әртистәре тарафынан ҡуйылған концерт номерҙары оло быуын кешеләрен тағын да икеләтә ҡыуандырҙы. Ошо байрам кисәһен ойоштороуға ярҙам итеүсе бағымсыларыбыҙға Хисматуллин Вил Рәғип улына, Байрамғолова Гөлнара Зәйнулла ҡыҙына, Басханов Султан Ахмәд улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете, һаулыҡ һәм аяҙ күк йөҙө теләп ҡалабыҙ.