«Яҙгөл» балалар баҡсаһында Әсәйҙәр байрамы

1103 0

«Яҙгөл» балалар баҡсаһында «Әсәйҙәр нур сәсәләр» исеме аҫтында Әсәйҙәр байрамы булып уҙып китте. Байрамға әсәйҙәрҙең «Алтын ҡуллы әсәйем» ҡул эштәре конкурсы иғлан ителгәйне. Шулай уҡ балалар баҡсаһына йөрөүселәрҙең Ғаилә йылына арналған «Ныҡлы ғаилә- ил терәге» фотостенды бик матур һәм фәһемле лә килеп сыҡҡан. Байрамды әсәйҙәр ҡатнашлығында уйындар, өлкән йәштәге төркөмдөң концерт номерҙары биҙәне. Ә баларҙың әсәйҙәренә үҙ ҡулдары менән ысын күңелдән эшләнгән бүләктәре әсәйҙәрҙе тағын да ҡыуандырҙы. Имен-һау, беҙҙе ғүмер баҡый ҡыуандырып ҡына тороғоҙ, баларыбыҙ,куңел йөрәккәйҙәребеҙ беҙҙең!!!