Шаяндар һәм отҡорҙар

1022 0

04 декабрь көнө 1-се Этҡол ауыл хакимиәтенең “Көндәлек.ru» командаһы Бикеш ауылында үткән Шаяндар һәм отҡорҙар клубында ҡатнашты. Шаяндар һәм отҡорҙар йыйылған урында гел күңелле, яҡты хистәр, байрам кәйефе хакимлыҡ итә. Был юлы ла сәхнәнән ҡыҙыҡлы көләмәстәр, матур миниатюралар, көтөлмәгән шаяртыуҙар ағылды. Һәр команда бирелеп уйнаны , үҙенә генә хас алымдар, образдар уйлап тапты. Бикеш ауылы халҡы үҙешмәкәр артистары тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары ла ҡатнашыусыларға ла , көйәрмәндәргә лә хуш килде. “Сәләмләү”, “Өйгә эш” өлөштәре бик уйланып ойошторолған. Һәр команда шул тиклем тырышҡан. Командаларҙың барыһы ла үткер, ҡыйыу шаяртыуҙар менән алдырҙы. Беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ ҙа бик әүҙем һәм отҡор булып сыҡтылар һәм лайыҡлы рәүештә икенсе урынды яуланылар. Афариндар! Һәр саҡ шулай әүҙем дә , ҡыйыү ҙа, шаян да булып ҡалығыҙ!!!!