Хөрмәтле ауылдаштар!
29 ноябрь 1-се Этҡол ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың ир-егеттәре йыйыны үтте.Күрше Буранбай, Сыңғыҙ һәм Ғүмәр ауылдарынанда ир-егеттәр вәкилдәре ҡатнашлыҡ иттеләр.Ике сәғәттән ашыу барған йәнле һөйләшеүҙә ауылдарҙағы бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелеп,уртаға һалып хәл ителеү юлдарын эҙләне аҫыл ир-егеттәр.Бергә булыу,берҙәм булыу,йәмғиәттәге кире күренештәрҙе бөтөрөү тураһында һәр береһе үҙ фекерен еткерҙе.Ауылдарҙа сәскә атҡан эскелеккә,спиртлы эсемлектәр менән кәсеп итеүселәргә,эшһеҙлекте кәметеүгә аяуһыҙ көрәшергә,күмәк көс менән йәбешергә һүҙ ҡуйышты аҫыл ир-егеттәр.
Ауылдарҙың тирә-яғын тәртиптә тотоу,сүп-сар түккән саҡта урын-еренә алып барып еткереп түгеү,урамдарҙа ултырған буш өйҙәрҙең яҙмышы тураһында ла һөйләштеләр.Ошо йыйында ауыл яҙмышына битараф булмаған 50-нән ашыу көслө зат вәкиле ҡатнашты.Алдағы көндәрҙә лә йыйындар уҙғарып,алға алған маҡсаттарҙың үтәлешен ҡарап,тағыла күберәк ир-егеттәрҙе ошо изге эшкә йәлеп итергә насип итһен.Ошо изге эштең башында Өфөлә йәшәүсе шәхси эшҡыуар,үҙебеҙҙең ауылдаш Артур Камил улы Хисмәтуллин тора.Бөгөнгө ир-аттар ҡороның дөйөм тауышы менән 1-се Этҡол ауылы ир-егеттәр ҡоро рәйесе итеп Айсыуаҡ Тәлғәт улы Асанов һайлап ҡуйылды.Уңыштар теләйбеҙ Айсыуаҡ ҡустыға.Башланған изге эштең дауамы хәйерле булһын.Изге сәғәттә ауылдың аҫыл ир-егеттәре ҡоро.
Оло ихтирам менән 1-се Этҡол ауыл хакимиәте башҡорттары ҡоролтай рәйесе Арсен Байымов.