«Иман нуры»

1181 0

7 декабрь көнө , Б. Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта дөйөм белем биреү мәктәбендә «Иман нуры» мәктәп уҡыусыларының аят , доға –сүрәләрҙе яттан уҡыу буйынса кисә булып үтте. Был сарала ауыл хакимиәте башлығы Гөлнур Йыһаннур ҡыҙы Азаматова , Баймаҡ районы Советы депутаты Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы Байрамғолова ҡатнашлыҡ итте. Ауыл хакимиәтенең ике ауылының иман – хатибтары һәм Буранбай , Ғүмәр ауылы муллалары ҡатнашты .Уҡыусы балаларҙың аят-доғаларҙы урын еренә еткереп уҡыуы ҡыуандырҙы . Йылдағыса был кисәнән уҡыусылар иҫтәлекле бүләктәр алып таралышты.