«Һаҡмарҙар» – беҙҙә ҡунаҡта

941 0

25 сентябрь көнө 1-се Этҡол ауыл хәкимиәте биләмәһендә «Һаҡмарҙар – беҙҙә ҡунаҡта» исеме аҫтында «Һаҡмар», «Баймакский вестник» гәзиттәренә яҙылыу акцияһы үтте. Бүләктәр 1-се Этҡол ауыл хакимиәте,“Һаҡмар” газетаһы редакцияһы, Рәсәй Почта бүлексәһе, Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбе администрацияһы, “Яҙгөл” балалар баҡсаһы, шәхси эшҡыуарҙар Раев Юлдаш Юламан улы, Каскинов Рәуеф Хәмитйән улы, Байрамғолова Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы, Йәғәфәрова Мәрйәмә Ғәлиәхмәт ҡыҙы, Ғәлина Рима Әхмәт ҡыҙы, Азаматова Көнһылыу Әхмәҙиә ҡыҙы, 1-се Этҡол ауыл китапханаһы, Ғәҙелбай ауыл клубы, Баймаҡ мәҙәниәт йорто, 1-се Этҡол ауыл вет.участкаһы, 1-се Этҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙар Советы һәм 1-се Этҡол ауыл старостаһы тарафынан әҙерләнгән ине. Халыҡ бик әүҙем ҡатнашты, һәр кем үҙ өлөшөнә төшкән бүләкте алып ҡыуанды. Әйҙәгеҙ башҡорт телендә сыҡҡан гәзитебеҙҙе ҡеүәтләп тағында күберәк яҙылайыҡ һәм алдырайыҡ!!!