513 0

Тиҙҙән Яңы йыл байрамы һәм балаларҙың озайлы ҡышҡы каникулдары ваҡыты етә. Тап ошо ваҡытта уҡыусылар ҡарауһыҙ ҡала ла инде. Өйҙәге электр приборҙары, газ плиталары, шырпы — барыһы ла улар ҡарамағында. Үкенескә ҡаршы, ата-әсәләр балаларына ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтергә ваҡыт тапмай. Шырпыны нисек ҡулланырға, янғын сыҡһа нимә эшләргә, кешеләргә йәки үҙеңә беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә — быларҙың барыһы тураһында өйҙә һөйләшеү алып барылырға тейеш, сөнки янғын беҙҙең һаҡһыҙлыҡтан, уның тирә-яҡҡа һәм балаларға ниндәй ҡурҡыныс янауын аңламауҙан килеп сыға.

Һәр өйҙә балаларға күренгән урында ашығыс хеҙмәт телефондары яҙылған иҫкәрмә эленеп тороуы һәйбәт. Улар күрһәтелгән һандарҙы йыйып белгес кәңәштәре ярҙамында артабан нимә эшләргә кәрәклеген беләсәк. 01 — янғын һағы телефонын иҫтә ҡалдырыуы еңел, кеҫә телефонынан 101 һандарын йыйырға була. Шулай уҡ уны яҡындарға бер генә төймәгә баҫып шылтырата алырлыҡ итеп көйләп була, сөнки улар ғына баланы тынысландырып, нимәләр эшләргә кәрәклеген әйтеп ярҙам итә ала.

Бәләкәс балаларҙы бигерәк тә электр шнуры һәм розеткаһы ҡыҙыҡһындыра. Тимәк, уларҙы йыйырға, ә розеткаларҙы ҡапларға кәрәк. Телевизорҙың да ышаныслы, аумаҫлыҡ урында тороуы мөһим.

Өлкәндәр түбәндәгеләргә иғтибар итергә тейеш:

— шырпы, ҡабыҙғыс, бенгаль уттары, шәмдәр, шартлатҡыстар балалар ала алмаҫлыҡ урында булһын;

— газ һәм электр приборҙары менән балаларға өлкәндәр булғанда ғына ҡулланырға рөхсәт итергә;

— тиҙ тоҡана торған (бензин, ацетон, спирт) шыйыҡсаларҙы балалар ала алмаҫлыҡ урында һаҡларға;

Балалар түбәндәге янғын хәүефһеҙлеге хаҡында ябай ҡағиҙәләрҙе белергә тейеш:

— шырпы, ҡабыҙғыс менән шаярырға ярамай;

— ут менән (һарайҙа, подвалда, сарҙаҡта) уйнарға ярамай;

— 16 йәшкә тиклем пиротехника әйберҙәрҙе ҡулланмаҫҡа;

— ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.

Балаға янғын ваҡытында нимә эшләргә кәрәклеген өйрәтегеҙ:

— Әгәр йортта ут сыҡһа, унан сығырға тырышырға кәрәк;

— Янғын ваҡытында карауат аҫтында йәки шкафта йәшенмә — ҡотҡарыусыларға табыуы ауырға тура киләсәк.

— Әгәр ҙә кейемең янып китһә — ергә ят та ауна. Ҡулыңды бешерһәң — һыуыҡ һыу аҫтында тот һәм өлкәндәрҙе ярҙамға саҡыр.

— Әгәр ҙә подъезда ут йәки төтөн булһа — өйҙән сыҡма. Тәҙрәне йәки балконды ас һәм ярҙамға саҡыр.

— Янғын ваҡытында лифтты ҡуланырға ярамай: уның ҡаттар араһында тотҡарланыуы ихтимал.

— Әгәр ҙә мөмкинселек булһа, өйҙән сығырға һәм күршеләрҙең ишеген шаҡырға.

— Янғын ваҡытында ата-әсәләргә йәки яҡын туғандарға шылтыратырға һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыртыуҙы һорарға.

— Әгәр ҙә өйҙән сыға алмаһағыҙ, балконға йәки иң төпкө бүлмәгә инеп ишекты ныҡ итеп ябырға ла өлкәндәргә шылтыратырға йәки тәҙрәнән ярҙам һорап ҡысҡырырға.

— Әгәр ҙә төтөн подъездан өйгә инһә — ишекте асма, өлкәндәргә шылтырат йәки балконға сығып «Янғын! Ярҙам итегеҙ!» тип ҡысҡыр.

Башҡа төрлө ҡурҡыныстар тураһында. Электрҙан башҡа балаға тағы ла көнкүреш газы, осло, эҫе нәмәләр, дарыуҙар һәм төрлө химия ҡурҡыныс тыуҙыра. Бәләкәстәргә әленән әле улар тураһында иҫкәртеп торорға кәрәк. Ә ҡайһы берҙәрен, шулай уҡ ҡиммәтле әйберҙәрҙе тапмаҫлыҡ урынға йәшереп ҡуйыу артыҡ булмаҫ.

Балаларығыҙға сит-яттарға ишек асырға ярамағанлын да һәр ваҡыт әйтеп тороғоҙ — был уларҙы көтөлмөгөн ҡунаҡтарҙан һәм мут кешеләрҙән һаҡлар.

Махсус ҡуллайма ярҙамында газ ябылырға тейеш.

Йортоғоҙҙағы тәҙрәләр һәм лоджиялар ябыҡ булырға йәки бала осоп төшмәҫлек итеп асылырға тейеш.

Радик ХИСАМОВ,

50-се янғын часы начальнигы урынбаҫары.