#Айыҡауыл2020 #трезвоесело2020 1-се Этҡол ауылында «Ҡоролтай аллеяһы» кәртәләп алынды.

705 0

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Ҡоролтай аллеяһы” 1-се Этҡол ауылына ингән ерҙә,йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында, барлыҡҡа килде.
Һәр ойошма вәкилдәре йыл да ауыл биләмәһе ойошторған өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йылға-шишмә буйҙарын ҡыйҙан таҙартыу буйынса өмәләр ҙә даими ойошторола һәм йәмәғәт ойошмалары һәр саҡ ҙур теләк менән ҡатнаша. Был юлы ла аллеяны кәртәләү, буяу , ағас ултыртыу буйынса ойошторолған өмәләрҙә әүҙемлек күрһәттеләр. Өмәлә ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.